Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2022, 23:30

Матур яңылыҡ: ЛНР-ҙа Миңлеғәли Шайморатовҡа бюст ҡуйылды

Луганск халыҡ республикаһында урынлашҡан Штеровка ауылында Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовҡа арналған мемориаль комплекс булдырылды.

Матур яңылыҡ: ЛНР-ҙа Миңлеғәли Шайморатовҡа бюст ҡуйылды
Матур яңылыҡ: ЛНР-ҙа Миңлеғәли Шайморатовҡа бюст ҡуйылды

Халыҡ батыры командир папахаһында һынландырылған.

Миңлеғәли Минһаж улы 1943 йылдың 23 февралендә Петровское ҡалаһы һәм Штеровка ауылдары араһындағы ҡалҡыулыҡта һәләк булған.

“Батыр ил азатлығы өсөн йәнен фиҙа ҡыла. Шайморатов Башҡортостан һәм Луганск халҡы өсөн уртаҡ герой. Ул беҙҙе берләштереп тора”, - ти БР Хәрби бәрелештәр ветерандары берлеге рәйесе Тимерйән Рәжәпов.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: