Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2022, 15:06

Лицензия алыусы медицина ойошмалары арта

Башҡортостанда шәхси медицина ойошмаларына бирелгән лицензиялар иҫәбе 4,7 процентҡа артты.

Лицензия алыусы медицина ойошмалары арта
Лицензия алыусы медицина ойошмалары арта

 

Әлеге көндә республикала 2774 медицина ойошмаһы медицина эшмәкәрлеге алып барыуға лицензия алды.   Шуларҙың 1993-ө  йәғни 69,7 проценты – шәхси медицина ойошмалары.    –  2022 йылдың апрелендә, уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, шәхси медицина ойошмаларына бирелгән лицензиялар иҫәбенең һиҙелерлек артыуы күҙәтелә.  Былтыр апрелдә 1769 шәхси ойошма лицензия алғайны, был дөйөм иҫәптең 65 процентын тәшкил итә, – тип һөйләй БР һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялау бүлеге етәксеһе   Эльвира Тәхәүетдинова.  Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан 6 майға тиклем 118 шәхси ойошма лицензия алған. Шуларҙың 32-һе тәүге тапҡыр лицензиялы булған.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.  

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: