Ике инвестиция проекты тураһында һүҙ бара. Иҫегеҙҙәме икән, үткән йыл декабрҙә Радий Хәбиров Беларусь республикаһына эш сәфәрендә "АМКОДОР" холдингы майҙансығында булғайны. Хәҙер хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Өфөнөң коммуналь хеҙмәттәренә Белоруссияла етештерелгән техника ла алынды.
Холдинг етәкселеге белдереүенсә, улар беҙҙә иген эшкәртеү өсөн ауыл хужалығы ҡорамалдары етештереү буйынса завод төҙөргә ниәтләй. Предприятие асылһа, унда 200 белгес эшләйәсәк.
Икенсе проект - төрлө техниканы хеҙмәтләндереү буйынса сервис үҙәге асыу. Бында 25 эш урыны булдырыласаҡ.
БР Башлығы республика Хөкүмәтенә яңы етештереү предприятиеларын белгестәр менән тәьмин итеүҙе уйларға ҡушты.
- Был проекттар Беларусь менән хеҙмәттәшлектең яҡшы һөҙөмтәһе, - тине Радий Хәбиров.
Фото: БР Башлығы сайтынан.