"Айнур Иршат улының командаһынан ҡолаҡтар сыңлап китте. Команда булыу менән урам буйлап колонна ҡуҙғалды. Һалдаттар сафына ҡарап күҙҙәргә йәш тығылды, күңелде берсә һоҡланыу, берсә һағыш баҫты. Тигеҙ сафтар, плащ-палатка ябынған автоматсылар, матростар, ябай һалдаттар, еңеү яулап ҡайтып барыусы һалдаттар, һыбайлылар, лозунг таҡҡан йөк машиналар, олаталарының фоторәсемдәрен тотоп атлаусы үлемһеҙ полк. Быларҙың барыһы ла бер темпта, музыка аҫтында...
Һуғышта яу яландарында ятып ҡалған атай-олатайҙарыбыҙҙы, һыуыҡ окоптарҙа бар һаулығын юғалтып, яу яраларынан, ауырыуҙарҙан, бѳгѳнгѳ шатлыҡлы кѳндәргә килеп етә алмай үлеп ҡалған һуғыш ветерандырын хәтергә алыу өсөн һалдаттар обелиск янына туҡтаны..."