Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Май 2022, 18:00

Өфөлә канат юлында - ЧП!

Бер-ике сәғәт элек кенә "Трамплин" туҡталышынан Ҡариҙел ярына кеше ташыған канат юлы боҙолған. Һөҙөмтәлә 35 кеше, шул иҫәптән 9 бала кабинкаларҙа юғарыла эленеп ҡалған.

Өфөлә канат юлында - ЧП!
Өфөлә канат юлында - ЧП!

Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар килеп еткән. "ЧП" сәбәбе асыҡланған - бер таяуҙа идара итеү кабеле сафтан сыҡҡан һәм "канатка" туҡтап ҡалған.

Ҡотҡарыусылар пассажирҙарҙы юғарынан альпинистар ҡорамалы менән ергә төшөргән. Ярай бер кем дә имгәнмәгән. Фуникулерҙы ремонтҡа япҡандар.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: