Әхнәф Мазһар улы Мазһаров 1926 йылдың 8 мартында Балтас районының Чурапан ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1944 йылдың ғинуарында армияға алына. Уға бөтә һуғыш ауырлыҡтарын татырға тура килә. Элемтәсе Әхнәф Мазһар улы Берлинға тиклем барып еткән. Әммә тыуған ауылына ул Краснодар крайында ете йыл ғына хеҙмәт иткәндән һуң әйләнеп ҡайта. Хеҙмәт итеү ваҡытында «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», «Германияны еңгән өсөн», «Берлинды алған өсөн» миҙалдары һәм башҡа наградалар менән бүләкләнә.
Хакимиәт башлығы Илгиз Субушев байрам менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләне, бүләктәр тапшырҙы. Иҫке Балтас ауылының 2-се мәктәбе пионерҙары Бөйөк Ватан һуғышына, Еңеүгә арналған шиғырҙар һөйләп ишеттерҙе. Парад тамамланғас, район мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары һуғыш йылдарындағы композициялар менән концерт ҡуйҙы.
Фото: Т. АМАНОВ.