Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Май 2022, 09:15

Бөгөн - Радио көнө!

Радио, телевидение, почта, элемтә хеҙмәткәрҙәрен, радиоһөйөүселәрҙе байрам менән ҡотлайбыҙ! Сайтта:

Бөгөн - Радио көнө!
Бөгөн - Радио көнө!

Радионы бер үк мәлдә күп илдәрҙең ғалимдары уйлап сығарған. Улар Италияла - Маркони, Германияла - Герц, Австрияла - Тесла, Рәсәйҙә - Попов.

Шулай ҙа алдынғылыҡ беҙҙең илдә. 1895 йылдың тап 7 майында Санкт - Петербургта үткән физика-химия йәмғиәте ултырышында рус физигы һәм электротехнигы Александр Попов "грозоотметчик" ҡоролмаһын күрһәтә.

Аппарат антенна аша электр магниты тулҡындарын ҡабул иткән һәм когерер - тимер юнысҡылы быяла һауыт аша электр ҡыңғырауын сыңлатҡан. Ул тәүҙә алыҫтағы йәшенле ямғырҙарҙы теркәгән, шуға ла "грозоотметчик" тип аталған. Аҙаҡтан ошо ҡоролманы кире схема буйынса йыйып, электр магнитлы тулҡындар таратыусы радиотапшырғыс эшләнгән. Мәғлүмәт тәүҙә Морзе әлифбаһы аша тапшырып, ҡабул ителгән. Аҙаҡ, электрон лампалар барлыҡҡа килеү менән, радио аша тауыш, унан һуң һүрәт "ебәрелгән".

СССР-ҙа Радио көнө тәүгә 1925 йылда иғлан ителгән, ә 1945 йылдан алып был һөнәри байрам даими билдәләнә.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: