+8 °С
Ясна
Өфө ҡалаһынан 33 йәшлек ир махсус сайт аша "бер төнлөк мөхәббәт" өсөн ҡыҙ саҡыртмаҡсы була. Бәйләнешкә сыҡҡан менеджер мобиль банк аша аҡсаны алдан түләүҙе талап итә. Ир тәҡдим ителгән иҫәпкә 96 мең һум аҡса күсерә. Тик таңға тиклем көтөүе бушҡа була: ҡыҙ килмәй.
Үҙенең алданғанын аңлаған ир полиция хеҙмәткәрҙәренә килә. Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара.