Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Май 2022, 00:59

Ураҙа айында кем ниндәй изге ғәмәл ҡылды?

Телевидение ветераны Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманова тыуған ауылы өсөн ҙур эш башҡарған.  

Ураҙа айында кем ниндәй изге ғәмәл ҡылды?
Ураҙа айында кем ниндәй изге ғәмәл ҡылды?

- Быйыл кәмендә 100 ағас ултыртырға кәрәк, тип хыялланғайным. Ниәтем тормошҡа ашты - планды арттырып үтәнек. Әхирәтем, Лимонарий директоры Фәриҙә Садыкова етәкселегендә Өфө урман хужалығы техникумы студенттары һәм уларҙың уҡытыусыһы ярҙамында, үҙем нигеҙ һалған Имәндәш паркына 100 ағас һәм декоратив ҡыуаҡ ултырттыҡ. Башта беҙ студенттар менән Еҙем-Ҡаранда туҡталып, Мәжит Ғафури музейы менән танышып, унда ла иҫтәлеккә ағастар ултыртып ҡалдырҙыҡ. Иншалла, былар барыһы ла үҫеп, киләсәк быуынға беҙҙән мираҫ булып ҡалһын ине. Аллаға шөкөр, был парк инде рәсмиләштерелде. Быйыл уны заманса кәртәләү планлаштырылған.
Күмәк көс менән парк аллеяһына матур итеп һуҡмаҡтар һалып, ял итеү урындары төҙөп ебәрһәк, был территория Имәндәш ауылына ғына түгел, ғөмүмән, "Еҙем тәбиғәт паркы" ҡапҡаһына әйләнер - ти Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы.

 

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: