Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Май 2022, 12:30

Быйылғы Рамаҙан айында ла билалдар әүҙем булды

Баймаҡ районының Билал ауылында 24 ғаилә ифтар мәжлестәрен мәсеттә үткәрҙе. Уға бер көндә генә 50-60 кеше йыйылды. Ураҙа бөткәнсе бөтәһе 522 кеше мәсеткә килде.

Быйылғы Рамаҙан айында ла билалдар әүҙем булды
Быйылғы Рамаҙан айында ла билалдар әүҙем булды

Бик күп ауылдаштарыбыҙ ураҙа тотто, мәсеткә ир-егеттәр йылдағыға ҡарағандан да күберәк йөрөнө. Быйылғы йылда балалар ҙа ураҙа тотто. Кемдер башлап ҡараны. Ураҙа – кешене яуаплылыҡҡа, түҙемлелеккә, сабырлыҡҡа, ихласлыҡҡа өйрәтеүсе ғибәҙәт икәнен аңланы. Шулай ҙа, Билал балалары араһында тәүге көндән аҙағына тиклем ураҙа тотоусылар булды. Нәргиҙә Ғайсина, Юлдаш Булатов, Сулпан Шаһибаловаларға имам-хатиб Рәдиф Шаһибалов дәртләндереү призы тапшырҙы. Мәсет эшендә генә түгел, ауылдаштарын дингә, иманға әйҙәүсе Рәмил Амановҡа, "Бәйләнештә" соцселтәрендә Билал мәсете группаһын алып барыусы, бар мәғлүмәттәрҙе ваҡытында яҡтыртыусы Райхана Булатоваға иҫтәлеккә бүләктәр бирелде. Рәхмәт! Киләһе йылда ла ураҙа тотоусылар һаны күбәйһен!
Ураҙа ғәйете алдынан ауылдаштар мәсетте йыуып, тәртипкә килтереү өсөн өмә үткәрҙе. Ул көндә лә ауылдаштарыбыҙҙың ни тиклем берҙәм, дәррәү икәнлегенә тағы бер тапҡыр инандыҡ. 

Ураҙа ғәйете алдынан ауылдаштар араһында Фытыр саҙаҡаһын мәсеткә тапшырыусылар ҙа булды. Уларҙы Йәмилә инәй Кәримова ҡабул итте, барыһына ла изге теләктәрен теләне, доғалар уҡыны. Ураҙа ғәйете алдынан ошо аҡсаларға магазиндарҙан аҙыҡ-түлек алынды һәм 9 ғаиләгә таратылды, ҡалған аҡса дауахана ярҙамы кәрәк булған 3 кешегә тапшырылды. Магазиндан аҙыҡ-түлек алып, ауылдаштарға таратыуҙы әсәле-уллы Гөлдәр апай һәм Иршат Юлмөхәмәтовтар, Зөлфиә апай Байраҡаева ойошторҙо. Рәхмәт! Барыбыҙҙың да биргән саҙаҡаларыбыҙ ҡабул булһын! Амин! 

Ураҙа ғәйетенә лә ауылдаштар күпләп йыйылды. Имам-хатиб Рәдиф Шаһибалов үҙенең  вәғәҙендә ауылдаштарға мөрәжәғәт итеп былай тине: "Беҙ Рамаҙан айында ғына түгел, һәр ваҡыт бер-беребеҙгә ихтибарлы, итәғәтле, иманлы булырға тейешбеҙ. Мәсеткә йылдан-йыл ауылдаштарыбыҙҙың күпләп килеүе, бигерәк тә ир-егеттәребеҙҙең дин юлына баҫыуы яҡшы күренеш. Мәсеттәрҙә аҙан тауышы тынмаһын, киләһе йылдарҙа ла теүәллектә ураҙалар тоторға насип булһын!". Биләмә башлығы И. Ш. Саптаров, район йәштәр бүлеге директоры З. И. Ғүмәров, ауылдаштарҙы байрам менән тәбрикләп изге теләктәрен еткерҙе. 

Байрам табынына мул күстәнәстәр менән килеп һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Төрлө һый-ниғмәттән ауыҙ иттереп үҙегеҙгә күпме сауап алдығыҙ. Был юлы тәмле былау бешереүсе Сәғилә Ғайсинаға, Ураҙа ғәйетенән һуң мәсетте таҙалап ҡайтыусы ауылыбыҙҙың йәш килендәре Азалия Ғәлина, Рәхилә Хамматова, Айгөл Хәкимйәноваларға ҙур рәхмәт! 

Рамаҙан айы тамамланып Шәүәл айы башланды. Был матур айҙа ла изге ғәмәлдәр эшләргә яҙһын, илдәр тыныс торһон, ғаиләләр имен булһын, мәсеттәрҙә аҙан тауышы тынмаһын!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: