Йомғаҡлау этабында һәр етәксе идара итеү проектын әҙерләп һәм жюри ағзалары алдында яҡлағандан һуң, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы директоры Булат Зиннуров конкурс лауреаты тип танылды.
- Гимназиябыҙҙы ошондай конкурста лайыҡлы күрһәтә алыуыма бик шатмын. Коллегаларыма һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуҙары өсөн рәхмәт әйткем килә. Коллектив ҡыҫҡа ваҡыт дауамында берҙәм команда булыуыбыҙҙы һәм килешеп эшләй белеүебеҙҙе раҫланы. Шулай уҡ беҙҙең гимназия уҡытыусыларына һәм уҡыусыларына мөрәжәғәт итеп, әлеге еңеүҙәрҙә туҡталып ҡалмайынса, теләгән башланғыстарҙың уңыштарға ирешеүҙәрен һәм мотлаҡ алға барыуҙарын теләйем, - тип уртаҡлашты Булат илшат улы.
Әлеге ваҡытта Ф.Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеү һәм популярштырыу буйынса ресурс үҙәге булып үҙен таныта. Йыл һайын телгә һәм әҙәбиәткә, халыҡ йолаларын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға арналған мәҙәни һәм ғилми-мәғариф саралар уҙғарылған төп майҙансығына дәғүә итә.