"Башҡорт театр сәнғәтенә ярты быуаттан ашыу хеҙмәт иткән Марсель Әмин улының Сибай сәхнәһендә тыуҙырған образдары барыһы ла талант эйәһенең үҙе кеүек тормошҡа ғашиҡ, үҙ яҙмышын ихлас ҡабул иткән эскерһеҙ, изге йәндәр булды. Улар барыһы ла Марсель ағай кеүек кешелеккә, донъяға ғашиҡ изге әҙәмдәр ине. Марсель ағайҙың үҙе кеүек сая рухлы ине.
Тормоштоң бөтә ҡаршылаҡтарын изге күңеле, саф йөрәге менән ҡаршы алған Марсель Әмин улы беҙҙе, һәммәбеҙҙе лә, тәү сиратта мәрхәмәтле булырға өйрәтте. Һеҙҙең менән әле бергәләшеп ижад итәһе, һәр кис тамашасылар алдына ҡабат - ҡабат сығып баҫаһы бар ине лә бит...
Тик йәшәйештең үҙ ҡанундары бар. Сибай тамашасыһы һеҙҙе онотмаҫ. Ҡасандыр, бынан ярты быуат элек, театр сәхнәһенә аяҡ баҫҡан сағыу йәш егетте, йылдар дауамында оло тәжрибә туплап төрлө пландағы образдар тыуҙырған яратҡан актерын улар онотмаҫ. Бер сәхнәлә ижад итеп, бер үк сәхнә яҙмышын бүлешкән кешеләр - беҙ - һеҙҙе онотмабыҙ. Ҡараңғы гүрҙәрегеҙ яҡты, йәндәрегеҙ тыныс булһын.
Белешмә:
Марсель Әмин улы Хоҙайғолов - Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының " Юғары ҡаҙаныштары өсөн " почет билдәһе менән бүләкләнеүсе.
1947 йылдың 3 мартында Баймаҡ районы Түбә ҡасабаһында тыуған. 1964 йылдан Сибай театрында эшләне.
Марсель Әмин улы менән хушлашыу иртәгә, 30 апрель, 12.00 сәғәттә, А.Мөбәрәков ис. Сибай театры бинаһында үтәсәк.