Изге Ураҙа айында бер-беребеҙгә ҡарата изгелекле булып, яҡшы эштәр эшләп, мәрхәмәтлелеккә, мохтаждарға ярҙам итеүгә, шәфҡәтлелеккә ынтылған күңелдәрҙе артабан да тик яҡшылыҡтар менән генә тулыландырып, һәр ваҡыт яҡшылыҡ эшләп йәшәү һәм дөрөҫ юлды лайыҡлы дауам итеү - һәр беребеҙҙең теләге. Башлаған һәр эшебеҙ, тотҡан Ураҙаларыбыҙ Аллаһы Тәғәлә ризалығы менән ҡабул булһын. Бөтәбеҙгә лә ғаилә именлеге, шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәхетле оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, эштәребеҙҙә яңынан-яңы уңыш-ҡаҙаныштар насип булһын,балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ, бүлә - бүләсәрҙәребеҙ шатлыҡтарын насип итһен. Быйылғы йылда Мәһәҙей ауылында Ураҙа тотоусыларҙың бермә-бер артыуы ҡыуандыра. Әжер-сауаптарын Аллаһы Тәғәлә насип итһен.
Эшләйек беҙ көн дә бер яҡшылыҡ, Көткәндәрҙе мәхрүм итмәйек.
Беҙҙе унан бер кем тыймаған бит, Яҡшылыҡҡа рөхсәт көтмәйек!
Сәйҙә Сәйәхова ебәрҙе.