Әлбиттә, китаптар тормош өсөн мөһим булған ғәмәлдәр исемлегенә инмәй, әммә уларға ихтыяж һәр саҡ бар. Ғөмүмән, Донбасс балаларын ҡәҙимге тыныс тормошҡа ҡайтарыу, уларға белем алыу, уҡыу, камиллашыу мөмкинлеге – бөгөнгө иң мөһим маҡсаттарҙың береһе, сөнки Украина властаре быға тиклем ошо мөмкинлектәрҙе һәр яҡлап ҡыҫырыҡлаған. Мәҫәлән, китапханаларҙан рус телендәге китаптар алып ташланған. Ошо хәлде ишеткәс, “Берҙәм Рәсәй” партияһы Донбасҡа ярҙам йөҙөнән махсус акция ойошторған.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары ла бар йәмәғәтселек ҡатнашҡан был саранан ситтә ҡалмаған: рус телендә 200-ләп әҙәби китап һәм 200-ләгән уҡыу әсбабын йыйып ебәргән.