-10 °С
Болотло
«Күсей ауылында ғүмерҙә лә кипмәгән Сыуашбай йылғаһы кипте. Элек яҙ йылғалар таша ине, хәҙер ҡорой. Ер аҫты һыуҙары бөттөмө икән?» – тигән яҙма «Ирәндек совхозы» төркөмөндә урынлаштырылған.
Әлеге хәл күсейҙәрҙе генә түгел, бөтә Баймаҡ халҡын борсоуға һалған.
– Ҡырҡ йыл Күсейҙә йәшәйем, бындай хәлде тәүге тапҡыр күрәм. Ҡар бөткәндән һуң һыу бер нисә көн булды ла, йәһәт кенә ҡороно, – тип яҙған Клара Уйылданова. Уның һүҙҙәрен башҡа ауылдаштары ла йөпләгән.
Тәбиғәткә ни булды икән? Йылға-күлдәр ниңә ҡорой? Әлегә һорауҙар күп... Һәм бер теләк: быйылйәй бер аҙ ямғырлыраҡ килһен ине.