Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2022, 21:00

Хәйбуллалар ҙа башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты яҙҙы

Башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн диктантты яҙыу Үҙәк район китапханаһында офлайнда ойошторолдо.

Хәйбуллалар ҙа башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты яҙҙы
Хәйбуллалар ҙа башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты яҙҙы

Диктант яҙыуҙың маҡсаты башҡорт телен танытыу, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу булды.

Халыҡ-ара белем биреү акцияһы девизы «Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы» ине. Кешенең тормошо тел менән бәйле. Туған телебеҙ – башҡорт теле, ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло тел ул, телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм телебеҙҙең матурлығына, байлығына битараф булмаған һәр кем диктант яҙыуҙа берҙәм ҡатнашты.

Был уникаль акцияла бар яҙмышын тыуған еренә бәйләгән йәмғеһе илленән ашыу кеше ҡатнашты.

Туған телебеҙҙе белеү һәм уны киләсәк быуындарға еткереү – беҙҙең изге бурысыбыҙ тигән изге уйҙар менән башҡарылды был күркәм сара. Аҙаҡтан һәр ҡатнашыусыға сертификат тапшырылды.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: