Өфөлә «ZаРоссию» музыкаль-патриотик марафоны аҙағына яҡынлаша. Рәсәй йондоҙҙарының сығыштары араһында тамашасылар тәьҫораттары менән уртаҡлашырға өлгөрҙө.
БДУ ғалимы, философия фәндәре докторы Гүзәл Вилданова:
«Бындай саралар айырыуса йәштәр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Улар тәрбиәләй, халыҡты берләштерә ала. Бөгөн беҙгә берҙәм, бер тулҡында булырға кәрәк, етәкселеккә, алғы сафтағыларға терәк булыу мөһим».
БДМУ клиникаһы хирургы Сергей Мусин:
«Мин күптән түгел Луганск республикаһында эшләп ҡайттым. Украинала еңел булмаған бурысты үтәгән егеттәребеҙгә әхлаҡи яҡтан ярҙам итергә кәрәк. Ошондай концерттарҙа халыҡ яңғыҙ булмағанлығын аңлай, рухланып ҡайта. Йәштәрҙең күпләп килеүе ҡыуаныслы».
Республика Сик буйы һаҡсылары союзы рәйесе Валерий Черный:
«Сергей Галанинды һәм уның төркөмөн үҫмер саҡтан тыңлайым, тәрән мәғәнәле, рухлы йырҙар. Һуңғы ваҡытта тик патриотик йырҙар тыңлағы килә, етмәһә, Еңеү байрамы яҡынлаша. Беҙҙең халыҡ берҙәм, уны бер ни ҙә һындыра алмаҫ. Беҙҙең бөйөк ил булды һәм буласаҡ!»
Фото: Юлай Кәримов