Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2022, 12:21

Үҙебеҙҙекеләрҙе ҡеүәтләп...

Әлеге минуттарҙа Өфөлә музыкаль-патриотик марафон башланды!

Үҙебеҙҙекен ҡеүәтләп...
Үҙебеҙҙекен ҡеүәтләп...

5 майға тиклем илдең алты федераль округында – Үҙәк, Төньяҡ-Көнбайыш, Көньяҡ, Волга буйы, Урал һәм Себер – “ZaРоссию” музыкаль-патриотик марафондары үтәсәк. Унда бәләкәй һәм урта ҡалаларҙа йәшәүселәр ҡатнаша. Улар популяр рок- һәм поп-башҡарыусыларҙың концерттарын ҡарай, ә финалда илдә йәшәгән һәр кем өсөн киләсәккә ышанысты символлаштырыусы "Йөрәктәребеҙ яҡтыһы" эстафетаһына ҡушыласаҡ.

Башҡортостанда республика артистары ҡатнашлығындағы “ZaРоссию” марафоны 22-24 апрелдә үтә.

  Өфөлә “ZаРоссию” музыкаль-патриотик марафонында Мәскәүҙең рок йондоҙҙары Александр Ф. Скляр һәм "ВА-БАНКЪ", СерьГа һәм Сергей Галанин сығыш яһай. Шулай уҡ тамашасылар Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Zainetdin, Рәмил Бәҙәмшин, Раил Өмөтбаев, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Александр Лынник, “Арғымаҡ” этно-төркөмө, Карина Низамова һәм “Prado” төркөмө, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары Полина Кобец, Әлфиә Ниғмәтуллина, Алиса Йомағәлиева, Илдар Абдуллин, Өфөнөң Ҡала Мәҙәниәт йорто солисты Радмир Хәсәнов, Вилдан Абраров һәм район-ҡалаларҙың ижади коллективтары сығыштарын да ҡарай.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: