Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2022, 11:10

Контракт буйынса адреслы социаль ярҙамды нисек алырға?

Килешеү буйынса адреслы социаль ярҙам алыуға документтарҙы нисек тапшырырға? Социаль килешеү пособиеларҙан нимәһе менән айырыла? Бөгөнгө «Сәләм» тапшырыуында ЦУР-ҙан ошо һорауҙарға яуап ҡайтарҙылар.

Контракт буйынса адреслы социаль ярҙамды нисек алырға?
Контракт буйынса адреслы социаль ярҙамды нисек алырға?




2021 йылдан социаль контракт аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәм яңғыҙ йәшәгән граждандарға адреслы ярҙам күрһәтеүҙең төп ысулы булып тора. Социаль яҡлау органдары менән ғаилә (граждан) араһындағы килешеү буйынса дәүләт ярҙам күрһәтә. Быға бер тапҡыр бирелә торған һәм айлыҡ түләүҙәр, эшкә урынлашыу һәм уҡыу менән ярҙам итеү инә.

Башҡортостанда кемдәр социаль килешеү төҙөй ала:
- аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр;
- яңғыҙ йәшәгән һәм аҙ тәьмин ителгән граждандар;
- йән башына уртаса килеме үҙҙәренә бәйле булмаған сәбәптәр менән Рәсәй Федерацияһы субъектында билдәләнгән йәшәү минимумынан кәмерәк булған аҙ тәьмин ителгән кешеләр.

Идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә социаль килешеүҙәр темаһын беренсегә күтәрмәйбеҙ. Уға һылтанма: https://vk.com/wall-201146046_27882

Тағы ла һандар килтерәйек. Һуңғы тәүлек эсендә Республика менән идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системалары юлдар темаһы буйынса 145 мөрәжәғәт теркәне. Икенсе урында төҙөкләндереү темаһы - 105, өсөнсө урында - төҙөлөш һәм архитектура (102 мөрәжәғәт).

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Республика менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуына тура бәйләнеште көн һайын 8.37 сәғәттә - рус телендә, шишәмбе һәм кесаҙна 8.10 сәғәттә башҡорт телендә ҡарағыҙ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: