Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2022, 16:30

Бүздәктә Украина ерендә геройҙарса һәләк булған лейтенант Максим Ядров менән бәхилләштеләр

Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Максим Ядров үҙе үлгәндән һуң ҡаһарманлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Республика етәксеһе был награданы уның атаһына тапшырҙы.

Бүздәктә Украина ерендә геройҙарса һәләк булған лейтенант Максим Ядров менән бәхилләштеләр
Бүздәктә Украина ерендә геройҙарса һәләк булған лейтенант Максим Ядров менән бәхилләштеләр

Максим Ядров 1999 йылдың 11 апрелендә Бүздәк районы Бүздәк ауылында тыуған, 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлаған. 
 
2017 йылда «Танк подразделениеларын ҡулланыу» тигән хәрби белгеслек буйынса Ҡазандың юғары танк команда училищеһына уҡырға ингән. 

Училищены 2021 йылда лейтенант дәрәжәһендә тамамлаған. Ҡырым Республикаһына Ҡара диңгеҙ флотына ебәрелгән. Танк батальоны танк ротаһының танк взводы командиры вазифаһында хеҙмәт иткән. Максим танк биатлоны буйынса Рәсәй чемпионы исемен яулаған. .

Уның атаһы Андрей Николаевич 1995 йылдың авгусынан ноябренә тиклем Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. Максимдың ҡустыһы Богдан ағаһы тамамлаған мәктәптең 8-се класында уҡый.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: