Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Апрель 2022, 04:25

«Яңылыҡтар» хеҙмәте килене төшөрә!

Ошо көндәрҙә танылған тележурналист Азат Ғәлиуллин ғаилә ҡорған.

«Яңылыҡтар» хеҙмәте килене төшөрә!
«Яңылыҡтар» хеҙмәте килене төшөрә!

Был ҡыуаныслы хәбәр менән хеҙмәттәшебеҙ социаль селтәрҙә уртаҡлашҡан.

– Күбәләк ырыуын киленле, ҡатайҙарҙы кейәүле иткән изге Рамаҙан айы. Тәүфиҡлы, бәхетле һәм мөхәббәтле булайыҡ, кәләшем, – тип яҙған Азат.

Йәш ғаиләнең оло шатлығын бөтә республика йәмәғәтселеге уртаҡлаша. Хеҙмәттәшебеҙҙең һөйгән йәренең исеме әлегә сер булып ҡала. Туй тантанаһы йәйгелеккә планлаштырылған.

Йәш ғаиләнең ҡыуанысын «Йәшлек»тәр ҙә уртаҡлаша һәм ғаилә бәхете, именлек-һаулыҡ теләй!

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: