Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2022, 13:00

"Зацепер"ҙар өсөн штраф 4 мең һумға тиклем арттырылды

Бының туралағы законға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Поездарҙың тышына эләгеп йөрөгән өсөн штрафтың күләме 100 һумдан 4 мең һумға тиклем күтәрелде.

"Зацепер"ҙар өсөн штраф 4 мең һумға тиклем арттырылды
"Зацепер"ҙар өсөн штраф 4 мең һумға тиклем арттырылды

Бынан ары поезд хәрәкәт иткән саҡта ергә һикереүсе, вагондың тупһаһында, баҫып тора торған урындарында, ҡыйығында, вагон араһында, вагон аҫтында сәйәхәт итеүсе кешеләргә - "зацепер"ҙарға ҙур күләмле административ штраф һалынасаҡ. Был поезды "стоп-кран" тартып етди сәбәпһеҙ туҡтатҡан, йөк составында хәрәкәт иткән осраҡҡа ла ҡағыла.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: