Ярышта 12 командаға тупланған 172 спортсы ҡатнашты. Улар Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Йылайыр, Ишембай, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлебал, Хәйбулла райондарынан, Күмертау, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан килгән.
Аҙаҡтан вице-премьер Еңеү паркында булды һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла Әблүзин менән осрашты.
Артабан барыһы ла ДОСААФ-ҡа йүнәлде. Бында янғын һүндереү техникаһы смотры уҙҙы.
Ирек Сәғитов был көндө Баймаҡ ҡалаһы, районы һәм Йылайыр районы буйынса хәрби комиссариатта булып, Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарға "Чернобыль" Дөйм Рәсәй йәмәғәт ойошмалары союзы грамоталарын тапшырып үтте.