

Үҙенең йөрәк һүҙен бөтәһе 12 һүҙ оҫтаһы еткерҙе. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Артур Кәбиров еңеүсе тип табылды һәм 500 мең һум күләмендәге приз менән бүләкләнде!
Икенселә – Өфөнән блогер Зөбәржәт Утарбаева, уға 200 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Өсөнсө урынға һәм 100 мең һумлыҡ призға БДАУ студенты Нияз Замалетдинов лайыҡ булды.
«Тамашасы һөйөүе» номинацияһы – БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Урал Таһиров.