Буш һүҙ түгел, ошо көндәрҙә генә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры был герой мажаралары тураһында спектакль өҫтөндә эш башлаған икән. Ул мотлаҡ сағыу һәм күңелле, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле, йырлы-моңло буласаҡ, тип вәғәҙә итәләр.
«Хәйләһеҙ мажаралар» тип аталасаҡ спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев. Премьера май айына тәғәйенләнгән, тип хәбәр итте театрҙың әҙәбиәт бүлеге.
Хужа Насретдин тигәндән, бер көләмәс иҫкә төштө:
Хужаның ике ҡатыны булған. Уларҙың һәр ҡайһыһына ул зәңгәр муйынсаҡ биреп, бер-береһенә күрһәтмәҫкә ҡушҡан да:
– Был минең яратыу билдәһе булыр, – тигән.
Бер ваҡыт ҡатындарының икеһе лә бергә Хужаға килеп:
– Беҙҙең ҡайһыбыҙҙы нығыраҡ яратаһың? – тип һораған. Хужа уларға:
– Кемдә зәңгәр муйынсаҡ, шуны мин нығыраҡ яратам, – тигән.
Ҡатындары һәр береһе күңеленән:
– Тимәк, мине ул нығыраҡ ярата, – тип үҙен икенсеһенән юғары һанап тынысланған. Шулай итеп, Хужа ҡатындары менән татыу йәшәгән.