Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Апрель 2022, 20:55

Автомобиль ареста булһа...

Автомобиль һатып алғайныҡ. Ул ареста булып сыҡты. Хәҙер нимә эшләргә?  

Автомобиль ареста булһа...
Автомобиль ареста булһа...

 

Күптәр автомобилдәрен һатҡанда уның ареста булыуын әйтмәй. Һатып алыусы уны регистрация иҫәбенә ҡуйғанда ғына белеп ҡала. Шуның өсөн тәүҙә машина хужаһын суд приставтары иғтибарында тормаймы икәнен тикшерегеҙ. Быны суд приставтары федераль хеҙмәте сайтына инеп тикшереп була. Унда был шәхескә ҡарата  башҡарма производство ҡуҙғатылғанмы- юҡмы икәнлеген, күпме бурыслы булыуын белергә мөмкин.

Автомобилде Юл хәрәкәте әүеһеҙлеге дәүләт инспекцияһы сайты аша тикшереү мөмкинлеге бар. Бының өсөн идентификация номеры,кузов, шасси мәғлүмәттәренең берәүһе кәрәк. Әгәр ҙә машина һатыусы ПТС-тың оригиналын түгел күсермәһен биргәндә лә шикләнергә урын бар.

Әгәр ҙә автомобилен һатыусы бурысынан ҡотолоп, һатҡан машинаны арестан алмай икән, һатыу- һатып алыу килешеүен ғәмәлдән сығарыуҙы һорап, судҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

 

 

Фото:sexshopmega.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: