Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2022, 10:00

Ризыҡ һалып китегеҙ, кемгә кәрәк - алығыҙ!

Рамаҙан айында Хәйбулла районының Өфө ауылындағы «Ләйсән» магазинында «Саҙаҡа кәштәһе» булдырылды. Был сауаплы эш - ауыл ағинәйҙәре башланғысы. Мөмкинлеге булған кеше был кәштәгә ризыҡ йә әйбер һалып, ә мохтаждар үҙҙәренә кәрәклене бушлай алып китә ала.

Ризыҡ һалып китегеҙ, кемгә кәрәк - алығыҙ!
Ризыҡ һалып китегеҙ, кемгә кәрәк - алығыҙ!

«Саҙаҡа кәштәһе» ай аҙағынаса эшләйәсәк.

Был сауаплы эште хуплап, үҙҙәренең магазинында урын бүлгән Флүрә һәм Зөфәр Солтановтарҙың аҙымы оло хуплауға лайыҡ. Тәүге көндә үк «Саҙаҡа кәштәһе» кәрәкле аҙыҡ-түлек менән тулды!

Изге Рамаҙан айында сауаплы эш башлап ебәргән ағинәйҙәребеҙгә ҡушылайыҡ! Яҡшы айҙа ҡылған изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә сауап булып ҡайтһын!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: