Ҡайын һутының составы бик бай. Унда эфир майҙары, организм тарафынан еңел үҙләштерелеүсе В6, В12 витаминдары, фруктоза, кальций, калий, магний, марганец, тиҫтәләгән органик кислота бар.Эсемлек бөйөр һәм һейҙек ҡыуығында барлыҡҡа килгән таштарҙы ҡыуырға һәләтле. Шешенеүҙе бөтөрә, матдәләр алмашыныуын, эсәктәрҙең эшен көйләй, вируслы һәм микроблы ауырыуҙар мәлендә организмдан зыянлы матдәләрҙе йыуып сығарыу сифатына эйә. Ҡан баҫымын нормаға килтерә. Ҡайын һутын йөклө ҡатындарға, бәпес имеҙеүсе йәш әсәләргә лә эсергә тәҡдим ителә. Күремдән ҡалыу осорондағы ҡатындарға ул бик файҙалы. Шифаһы булһын өсөн эсемлекте ике-өс аҙна даими ҡулланырға кәрәк.
Шифалы һут хәлһеҙләнгән кешеләргә көс йыйырға, авитаминоздан арынырға, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләргә ярҙам итер.