Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2022, 21:00

Сәхнәлә - Көҙәй ырыуы һылыуҙары

Нуриман районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңыраҡ Иҫке Күл ауылы мәҙәниәт йортонда «Көҙәй һылыуы-2022» башҡорт гүзәлдәре конкурсы үткән. Унда Нуриман һәм Иглин райондарынан иң матур, талантлы ҡыҙҙар һынау тотҡан.

Сәхнәлә - Көҙәй ырыуы һылыуҙары
Сәхнәлә - Көҙәй ырыуы һылыуҙары

Жюри ағзалары конкурсанттарҙың әҙәби башҡорт телен, сәхнәлә үҙен тота белеүенә айырым иғтибар бүлгән. Ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырған, башҡорт бейеүҙәрен башҡарған, әҙиптәребеҙҙең шиғырҙарын һөйләгән, «Тыуған яғыңды бел һәм ярат» тип аталған блиц-һорауҙа белемен һынаған, шулай уҡ аш-һыу әҙерләү оҫталығын күрһәткән. Мәҙәниәт йортоноң фойеһында конкурсанттарҙың ҡул эштәренән күргәҙмә ҡуйылған.

Сара һөҙөмтәләре буйынса ҡыҙҙар тәүге өс урынды бүлешкән, төрлө номинацияларҙа билдәләнгән.

Төп еңеүсе - «Көҙәй һылыуы-2022» тип Иглин районы Меңйетәр ауылынан Милена Кәлимуллина танылған.

Көҙәй ҡыҙҙарының барыһына ла уңыштар!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: