Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2022, 09:30

Бәхил бул, яугир!

Учалы районында 95 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Айрат Әғзәм улы Хажиев вафат булған.

Бәхил бул, яугир!
Бәхил бул, яугир!

Ул 1927 йылда Ахун ауылында тыуған, 1944 йылда фронтҡа алынған. Беренсе Алыҫ Көнсығыш фронтында 214-се артиллерия бригадаһы һәм 98-се десант полкы составында хеҙмәт иткән. Төньяҡ Кореяны азат итеү һуғыштарында ҡатнашҡан, совет ғәскәрҙәренең Японияны еңеүенә ҙур өлөш индергән.

Батырлығы өсөн бик күп хәрби наградаларға, шул иҫәптән икенсе дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ булған.

Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: