Новости
7 Апрель 2022, 11:11

Ун өсөнсөгә әсәй булған!

Өфөлә Балтас районынан 45 йәшлек Альбина Хәйҙәршина 13-сө бәпесен тапҡан.

Уң өсөнсөгә әсәй булған!Уң өсөнсөгә әсәй булған!
Уң өсөнсөгә әсәй булған!

Ошо көндәрҙә Республика клиник дауаханаһында үтә ҡыуаныслы ваҡиға булған – Иҫке Балтас ауылынан 45 йәшлек ҡатын үҙаллы 13-сө сабыйын тапҡан. Әлеге ваҡытта Әсә менән сабый үҙен яҡшы тоя, тиҙҙән улар тыуған йортона ҡайтарыласаҡ. Бынан тыш, Хәйҙәршиндар ғаиләһендә алтышар малай һәм ҡыҙ тәрбиәләнә. Күп балалы ата-әсә улына Байрас тип исем ҡушырға йыйына.

– Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, шуға күрә бер ҙә ҡурҡманыҡ. Хоҙай Тәғәлә биргән икән, риза булып ҡабул иттек. Ете балам әле йортобоҙҙа, ярзамлашмайбыҙ, тиеүсе юҡ. Бөтә эште лә бергәләп эшләйбеҙ.

Бындай ғаилә менән һоҡланмау мөмкин түгел. Афарин, Хәйҙәршиндар! Балаларығыҙ һау-сәләмәт, үҙегеҙгә иш булып, дүрт күҙ араһында үҫһен! Йортоғоҙҙо ырыҫ-бәхет ташламаһын бер үк!

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас