"Беҙҙең «Башкиравтодор» АБЗ-ларҙы эшләтә башлаған. Бының өсөн 3-4 көн кәрәк, шул осраҡта ғына битум кәрәкле температураға тиклем йылынасаҡ. Шунһыҙ беҙ сифатлы асфальбетон ҡатнашмаһы ала алмайбыҙ. Әйткәндәй, предприятиела шундай ҡатнашмаларҙың һаны 20-нән ашҡан. Улар талап ителгәнсә эре һәм ваҡ ҡатнашмалы, ҡом ҡатыш, ҡайнар тығыҙ һәм кәүшәк ителә
Башта 26 АБЗ эшләй башлаясаҡ. Был иһә юлдарҙы "ҙур карталар" менән башҡарырға, баштан эре дефекттарҙы төҙәтергә мөмкинлек бирәсәк.
Әле соҡорҙар һалҡын асфальт менән ямала. Быны юлсылар иртә яҙҙан алып бара. Әлегә төбәктә 11 меңдән ашыу дана соҡорҙо ямағандар. Уларҙың һәр береһе баштан-аҙаҡтан фотоға төшөрөлгән һәм юл инфраструктураһы өлкәһендәге эштәрҙе контролляү-планлаштырыу системаһына ебәрелгән", - тиелгән унда.