Бөрйән районы үҙәгендәге саҙаҡа кәштәһен «Хәләл» магазины хужалары Фәнис һәм Регина Юлмөхәмәтовтар булдырған.
Мөмкинлеге булған һәр кеше был кәштәгә ниндәйҙер әйбер йә ризыҡ һалырға мөмкин, ә мохтаждар үҙҙәренә кәрәкле әйберҙе бушлай алып китә ала.
– Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн ойошторолған саҙаҡа кәштәһе ай буйына эшләп торасаҡ. Мохтаж булғандар тартынмаһын, рәхим итеп алһын ине, — ти Регина Владимировна.
Сираттағы саҙаҡа кәштәһе Әбйәлил районының Асҡар ауылында «Көнсығыш-2» биҫтәһендәге «Восток» магазинында урынлашҡан. Уны урындағы мосолман егеттәр ҡуйған.
Сауаплы эшкә тотонған замандаштарыбыҙҙың был ғәмәлдәре маҡтауға лайыҡ. Ҡылған изгелектәре үҙҙәренә меңләтә әйләнеп ҡайтһын. Саҙаҡа кәштәһе һәр районда, ҡалала ҡуйылһын ине...