Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2022, 07:00

Сығым фатирҙың дөйөм майҙанына бәйле

Күп фатирлы йортто ҡарау һәм төҙөкләндереү сығымын һәр милексенең (собственник) фатир майҙанынан сығып түләтеү тураһында ниндәй ҡағиҙәләрҙә яҙылған?Шуны аңлай алмайым: йыйыштырыу, төҙөкләндереү һәм башҡа эштәр беҙҙең фатир эсендә алып барылмай бит. Бында фатирҙың дөйөм майҙанының ниндәй ҡатнашы бар?

Шамил ХАФИЗОВ.

Өфө ҡалаһы.

 

Һүҙ фатир эсендә йыйыштырыу һәм төҙөкләндереү эштәрен атҡарыу тураһында бармай. Милексе дөйөм милектә биләгән өлөшкә нисбәтле рәүештә күп фатирлы йорттағы дөйөм милеккә бәйле сығымдарҙы ҡапларға бурыслы. Әлеге өлөш һәр милексе фатирының дөйөм майҙанына туранан-тура бәйле. Уға торлаҡ һәм торлаҡ булмаған өлөштәр ҙә (бәҙрәф, аш-һыу бүлмәһе, коридор һәм башҡалар) инә (Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 37-се статьяһы (1-се бүлек), 158-се статьяһы).

Фатирҙың дөйөм майҙаны бөтә йорттағы мөлкәтте ҡарап тороуға туранан-тура бәйле. Тимәк, фатир ни ҡәҙәр ҙурыраҡ булһа, был хеҙмәттәр өсөн шул ҡәҙәр күберәк сығым китә.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: