Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Апрель 2022, 19:35

Йәшелсәле самса

Йәшелсәле, сырлы самса бик тәмле . Ифтарға бешереп ҡарағыҙ.

Йәшелсәле самса
Йәшелсәле самса

 

 Самса ҡамырын әҙерләү өсөн 250 мл ҡайнаған һыу, 400 г он, тоҙ, 100 г йомшартылған аҡ май кәрәк. Эслеккә 300 г үткәрелгән ит, 2 һуған, 100 г сыр, 1 –2 помидор , салат япраҡтары, тәменсә тоҙ, борос, паприка һалалар. Самсаның өҫтөнә һыларға 1 йомортҡа ла кәрәк буласаҡ.

Сөм һауытҡа  ҡулға йәбешмәҫлек итеп кенә йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Күҙләнһен өсөн 15 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. Өҫтөн ҡапларға.

Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, ҡыҫтыбыйыға йәйгән кеүек йәйергә. Өҫтөнә аҡ май һөртөп, рулет итеп төрөргә. Киҫәктәргә бүлеп сығып, бәләкәй йәймәләр эшләргә. Йәймәгә бер салат япрағы, итле-һуғанлы эслек, уның өҫтөнә түңәрәкләп туралған помидор, сыр һалырға ла, самсалар эшләргә. Ҡамырға күпертелгән йомортҡа яғырға һәм 180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейескә бешерергә ҡуйырға.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: