Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Апрель 2022, 11:25

Мал йәнле эшҡыуар

Дүртөйлө эшҡыуары Илшат Хөснөтдинов импортты алмаштырыу йүнәлешендә эшләй.

Мал йәнле эшҡыуар
Мал йәнле эшҡыуар

Илшат Хөснөтдинов өсөн мал ҡарау — ғәҙәти эш. Ул бала саҡтан кәртәлә тиҙәк көрәп, ата-әсәһенә хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашып, эшкә өйрәнеп үҫкән. Мал йәнле Илшат Әнәс улы мәктәптән һуң оҙаҡ уйлап тормай, ветеринар һөнәрен һайлай. 10 йылдан ашыу Әңгәсәк ветеринария дауаханаһында эшләй.

Бөгөн уның шәхси хужалығы бар – эре мөгөҙлө мал үрсетеү менән шөғөлләнә. 2020 йылдың авгусында Илшат Әнәс улы бөлгөнлөккә төшкән хужалыҡты тергеҙергә тотона. Шулай, «Танып» ойошмаһы нигеҙендә «ШЭ Хөснөтдинов» хужалығы төҙөлә.

Яңы хужа иң тәүҙә биналарға ремонт яһай, электр ҡорамалдарын яңырта. Яңы ойошма асҡан мәлдә Хөснөтдиновтың хужалығында 140 баш мал һәм 220 гектар сәсеү майҙаны булһа, бөгөн был һандар икеләтә артҡан. Эшҡыуар башлыса абердин-ангус тоҡомло үгеҙҙәр үрсетеүгә иғтибар бирә. Бындай тоҡомло малдар тиҙ үҫә, артыҡ тәрбиә талап итмәй, ите лә тәмле. Февралдә Илшат Хөснөтдинов хужалығына 4 тоҡомло башмаҡ алған, яҡын киләсәктә тағы ла 20-30 баш алыу планлаштырыла.

Һуңғы осорҙа импортты алмаштырыу хаҡында күп яҙабыҙ. Ә Илшат Хөснөтдиновтың хужалығы күптән инде сит ил аҙығын алмаштырыуға әҙер. Бындай ойошмалар булғанда, ауыл хужалығына санкциялар янамаҫ.

 

 

Мал йәнле эшҡыуар
Мал йәнле эшҡыуар
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: