Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Апрель 2022, 14:40

Уларҙы ярҙамһыҙ ҡалдырмайбыҙ

Иртәгә Өфөнән Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларында йәшәүселәр өсөн гуманитар йөк тейәлгән өсөнсө колонна юллана.  

Уларҙы ярҙамһыҙ ҡалдырмайбыҙ
Уларҙы ярҙамһыҙ ҡалдырмайбыҙ

Иртәгә Өфөнән Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәр өсөн гуманитар йөк тейәлгән өсөнсө колонна юллана.

Башҡортостан Башлығы бөгөн аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә йөктөң дөйөм ауырлығы 83,5 тонна тәшкил итеүен хәбәр итте. Уға кондитер һәм икмәк-булка изделиелары, һыу, кофе, шәхси гигиена әйберҙәре, урын-ер кәрәк-ярағы, балалар аҙығы, макарон изделиелары, уйынсыҡтар, ярмалар һәм башҡалар инә. Гуманитар конвой был юлы халыҡ республикаларының емерелгән тораҡ пункттарын тергеҙеү өсөн кәрәкле төҙөлөш материалдарын да алып барасаҡ.

 

   Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Донбасҡа республика 4 һәм 18 мартта ике гумконвой ебәргәйне инде. Әле дүртенсе колонна төҙөлә.

 

Фото: Башинформ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: