Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель 2022, 05:35

Кескәй милләттәшебеҙгә бергәләп ярҙам итәйек!

Сибайҙан 5 йәшлек Әлмир Аҡбулатов беҙҙең ярҙамға мохтаж. Сабый һирәк осрай торған генетик ауырыу – биотинидаза етешмәүсәнлеге менән яфалана. Ошо арҡала малай үҙаллы атлай алмай, психомотор һәм телмәр үҫеше тотҡарлана.

Кескәй милләттәшебеҙгә бергәләп ярҙам итәйек!
Кескәй милләттәшебеҙгә бергәләп ярҙам итәйек!

Ҡурҡыныс диагноз Әлмиргә ике айлыҡ сағында ҡуйыла. Йыш ҡабатланған тартышыуҙарҙан һуң ул ете көн мәрттә була. Әле малай үҙаллы атлай алмай, бынан тыш, психомотор һәм телмәр үҫеше лә тотҡарлана. 

– Дауаханала иремә, бала үлә, тип әйтергә ҡуштылар. Әммә өмөтөмдө өҙмәнем, балам йәшәйәсәк, тип шылтыратманым. Нисек булһа ла, ниндәй булһа ла, улым йәшәһә булған, – ти Әлмирҙың әсәһе Гөлфиә Аҡбулатова.

Бөгөн Әлмиргә Һамар ҡалаһындағы неврология һәм рефлекс терапияһы үҙәгенең балалар бүлегендә дауаланыу мөмкинлеге бар. Әммә өс курс үтеү өсөн генә 422 мең һум аҡса талап ителә. Ата-әсәнең бындай түләүҙе күтәрерлек мөмкинлеге юҡ. Улар мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж. Дуҫтар, ғаиләгә бергәләп ярҙам итәйек!

 

Карта иҫәбе: 5228 6005 5136 7701

Телефон: 89378586500 (Гөлфиә Фуат ҡыҙы).

БЮТ телеканалынан.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: