Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2022, 19:00

Икмәкһеҙ ҡалмаҫбыҙ!

Республика үҙен иген менән тәьмин итәсәк, ә икмәк бешереүселәр кәрәкле ярҙам аласаҡ.

Икмәкһеҙ ҡалмаҫбыҙ!
Икмәкһеҙ ҡалмаҫбыҙ!

Апрелдә ауыл хеҙмәтсәндәре республика баҫыуҙарына сыға, шул уҡ ваҡытта быйылғы сәсеү кампанияһына әҙерлек уҙған йылдың ноябрендә үк башланғайны.

Иген культураларын былтырғы кеүек 1 миллион 730 мең гектар майҙанда сәсеү күҙаллана. 2021 йыл ҡоро килде, шулай булыуға ҡарамаҫтан республикала 2,2 миллион тонна иген йыйып алынды. Ә төбәктең ихтыяжы - 1,8 миллион тонна тәшкил итә. Тимәк, яңы уңышҡа тиклем Башҡортостанда запастар бар.

БР хөкүмәте рәйесе урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов республиканың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штаб ултырышында белдереүенсә, үҙ продукцияһына һатыу хаҡтарын элекке кимәлдә тотҡан төбәктең эшкәртеүсе предприятиелары өсөн федераль ҡаҙнанан өҫтәмә субсидиялар йүнәлтелгән. Беҙҙең икмәк бешереү предприятиелары 62 миллион һум ярҙам аласаҡ. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: