310-сы указ менән билдәләнгән торлаҡ менән тәьмин итеү күрһәткесе арттырып үтәлгән - Башҡортостан Республикаһында бер кешегә уртаса 28 кв.м (план - 27,7 кв. м).
Быйыл ғинуар-февралдә торлаҡ йорттарҙы сафҡа индереү 40 проценттан ашыуға артҡан (+ 41,3%).
Торлаҡ төҙөлөшө буйынса республика Рәсәй төбәктәре араһында 7-се урынды биләй. 126 меңдән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан, был 2020 йылғы кимәлдән 12,7 процентҡа күберәк.
Республика 2019-2023 йылдарға планлаштырылған граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһын ваҡытынан алда тормошҡа ашыра (биш меңдән ашыу кеше күсерелгән).
Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында "Ауыл ипотекаһы" программаһы буйынса (5,9 миллиард һумлыҡ 3003 кредит бирелгән) һәм күп балалы ғаиләләргә ипотека буйынса бурысты ҡаплауға субсидиялар түләү программаһы буйынса лидер булып тора (5646 күп балалы ғаилә 2,5 миллиард һумлыҡ субсидия алған, был 2020 йылға ҡарағанда 65,0% күберәк).
Һуңғы йылдарҙа өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса планлы эш алып барыла. 2021 йылдың 1 ғинуарына ҡарата беҙҙә өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашҡан 7,6 мең кеше һәм берҙәм проблемалы объекттар реестрына индерелгән 125 йорт иҫәпләнгән. 2021 йылда 34 йорт буйынса мәсьәләләр хәл ителгән. 3 меңдән ашыу граждан үҙенең хоҡуҡтарын тергеҙгән.
Был йүнәлештә эш 2018 йылда уҡ әүҙем алып барылған. Ул ваҡытта 10 меңдән ашыу граждан иҫәпләнгән. Бөгөн ете мең өлөшсөнөң мәсьәләһе хәл ителгән дә инде. Йәғни уларҙың һаны өс тапҡырға кәмегән. Әлеге ваҡытта проблемалы объекттар реестрында 83 йорт иҫәпләнә һәм 3,9 мең самаһы граждан ярҙамға мохтаж.
Ағымдағы йылдың аҙағына тиклем тағы ла 16 проблемалы объект буйынса мәсьәләне хәл итәсәктәр. Ә 2024 йылға "алданған өлөшсөләр" мәсьәләһен тулыһынса ябырға ниәтләйҙәр.
Төбәктә торлаҡты сафҡа индереүҙең юғары темпын тәьмин итеү өсөн яңы майҙансыҡтарҙы тағы ла әүҙемерәк үҙләштерергә, инженерлыҡ һәм транспорт инфраструктураһын да үҫтерергә кәрәк. Былтыр инфраструктура бюджет кредиты сиктәрендә 14,8 миллиард һум йәлеп ителгән. Был средстволар иҫәбенә Өфөлә - транспорт инфраструктураһы объекттары, "Кузнецов затонында" мәктәп төҙөләсәк, төҙөлөп ятҡан биҫтәләрҙе хеҙмәтләндереү өсөн автобустар һатып алынасаҡ. Нефтекамала таҙартыу ҡоролмалары реконструкциялана, канализация насос станцияһы төҙөлгән. Был 14 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү мөмкинлеген бирәсәк.
"Стимул" федераль программаһы буйынса күләмле проекттар тормошҡа ашырыла. 2021 йылда инженер объекттарын төҙөүгә 3 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Улар иҫәбендә - Ағиҙел аръяғы һәм Ҡариҙел аръяғы райондарының яңы биҫтәләре өсөн һыу менән тәьмин итеү, һыу бүлеү селтәрҙәре, Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала автомобиль юлдары участкалары.
Төҙөлөш баҙарында яңы асыҡ ҡағиҙәләр ҡабул ителгән.
Бизнес һәм власть араһында һөҙөмтәле диалог алып барған Төҙөүселәр ассоциацияһы ойошторолған. Яңы стандарттар булдырыла: төҙөлөш тармағында эшләүселәр өсөн дәүләт яғынан рөхсәт биреү документацияһын алыу ваҡыты ҡыҫҡартыла, ә эшҡыуарлыҡ социаль йөкләмәләрҙе үтәүҙе үҙ өҫтөнә ала.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.