Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2022, 12:56

Әбйәлилдә ҡазаланған аҡҡоштоң пары табылған!

Байымдарҙың ҡанаты һынған аҡҡошто ҡотҡарыуы тураһында яҙғайныҡ инде. Яҡын-тирәлә уның пары ла йөрөргә тейеш, тип борсола ине ауыл халҡы.

Ҡанаты һынып тубына айырылған аҡҡоштоң пары табылған!
Ҡанаты һынып тубына айырылған аҡҡоштоң пары табылған!

Бөгөн Әбйәлил районының Мораҡай ауылынан Раушания Ғаззалова ҡыуаныслы хәбәр менән уртаҡлашты. Кисә теге ҡанаты һынған аҡҡоштоң пары Мораҡай ауылында табылған. Уны ла Асҡарҙағы ветеринария клиникаһына илтеп ҡуйғандар. 

Тиҙҙән изге ҡоштар Өфөгә дауаланыуға ебәреләсәк.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: