Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Март 2022, 20:50

Фатир түбәһенән һыу аҡҡанда нимә эшләргә?

Күп ҡатлы йорттоң иң өҫтөндә йәшәүселәр бинаның ҡыйығынан һыу ағыу тураһында ишетеп кенә белмәй. Көслө ямғыр һәм яҙғыһын ҡар ирегән осорҙа фатирға һыу ағыуы ихтимал. Был осраҡта нимә эшләргә? Яуабы сайтта 

Фатир түбәһенән һыу аҡҡанда нимә эшләргә?
Фатир түбәһенән һыу аҡҡанда нимә эшләргә?

Ошо һәм башҡа һорауҙарға Республика менән идара итеү үҙәге бөгөн БЮТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуында яуап бирҙе.

Һуңғы өс көн эсендә ЦУР йорт түбәләренән һыу ағыуы тураһында 12 мөрәжәғәт ҡабул итте. Улар Дәүләкән, Краснокама райондарынан, Салауат ҡалаһы һәм Өфөнөң Совет районынан килде.

Бына бер миҫал. Салауат ҡалаһында бер йорт түбәһенән һыу ағыуы һәм уның электр щитына эләгеү ихтималлығы тураһында социаль селтәрҙә яҙҙылар. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, өй ҡыйығын таҙартып, ваҡытлыса полиэтилен түшәйҙәр. Подъезда электр щитын тикшерәләр - һыу эләкмәй. Идара итеүсе компания йортта планлаштырған ағымдағы ремонтты 2022 йылдың 1 июленә тиклем башҡарасаҡ. Был мөрәжәғәтте беҙ контролдә тотабыҙ.

Ә хәҙер инструкция тураһында. Йорт ҡыйығына капиталь ремонт үткәрелеп тә ямғырҙар ваҡытында фатирҙы һыу баҫһа, ул саҡта нимә белеү зарур? 

- Фотоға йәки видеоға төшөрөгөҙ. Тик бының алдынан электр утын һүндерергә онотмағыҙ;

- Коммуналь хеҙмәт диспетчерына мөрәжәғәт итегеҙ. Ғаризаны телдән йәки яҙма рәүештә ҡалдырырға мөмкин;

- Түбәнән һыу ағыуы тураһында подряд ойошмаһы йәки Башҡортостан Республикаһының капиталь ремонт фондына хәбәр итегеҙ. Бушлай ҡыҙыу линия телефоны: 8-800-775-69-77.

- Түбәнән һыу ағыуы тураһында акт төҙөгөҙ;

- Капиталь ремонт фондына kapremont02.ru, vk.com/bash.kapremont яҙма рәүештә мөрәжәғәт итегеҙ. Капиталь ремонт фонды хәҙер телеграмда ла бар: https://t.me/bash_kapremont

Статистика тураһында. Башҡортостан халҡын һуңғы тәүлек эсендә юлдар темаһы күберәк борсоно (118 мөрәжәғәт). Икенсе урында - иҡтисад һәм бизнес һорауҙары (70). Социаль яҡлау һорауҙары (55 мөрәжәғәт) өсөнсө урында.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: