Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Март 2022, 09:15

Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында яңы ФАП асылды

Ул "Сәләмәтлек" милли проекты буйынса төҙөлдө.

Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында яңы ФАП асылды
Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында яңы ФАП асылды

Ауыл халҡы бинаның төҙөлөп бөтөүен түҙемһеҙләнеп көттө. Хәҙер бында бөтә талаптарға яуап биргән уңайлы ФАП эшләйәсәк. 

Ҡолсораларға беренсел медицина ярҙамын фельдшер Гөлсибәр Ишбулды ҡыҙы Мөхәмәтшина күрһәтәсәк, уның дөйөм эш стажы 16 йыл тәшкил итә. Фельдшер-акушер пункты өлкәндәрҙе һәм балаларҙы хеҙмәтләндерәсәк.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: