Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март 2022, 10:35

СССР-ҙың спорт мастеры иҫтәлегенә - саңғы ярышы

26 мартта Тәтешле районының Түбәнге Балтас ауылы сираттағы мәртәбә айыҡлыҡ һәм сәләмәт тормош үҙәгенә әүерелде.

СССР-ҙың спорт мастеры иҫтәлегенә - саңғы ярышы
СССР-ҙың спорт мастеры иҫтәлегенә - саңғы ярышы

Унда «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсына, «Атайсал» проектына ярашлы, саңғы ярышы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры Ренат Ғәләмшиндең яҡты иҫтәлегенә арнап, саңғы ярышы уҙҙы.

«Сарала район хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов, удмурттарҙың төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Людвиг Зидымаков, спорт мастерының улы Рөстәм Ғәләмшин, ошо тирәләге райондар халҡы, спортсылар ҡатнашты.

Р.Б. Ғәләмшин 1949 йылда Әрибаш ауылында тыуған. Ауыл хужалығы тармағында эшләгән. Шул уҡ ваҡытта саңғы ярыштары буйынса СССР-ҙың спорт мастеры нормативын үтәгән, удмурт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереүгә, һаҡлауға баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән.

Әлеге ярыш алты йәш төркөмө буйынса уҙҙы. Унда Тәтешле, Яңауыл райондарынан 80 спортсы һынау тотто. Һәр төркөмдә чемпиондар, призерҙар асыҡланды. Улар барыһы ла Рөстәм Ғәләмшиндән, Людвиг Зидымаковтан дипломдар, приздар алды.

Түбәнге Балтас ауылы хакимиәте башлығы Эдуард Рәхимйәнов иң йәш һәм иң өлкән саңғысыларҙы билдәләп үтте. Ярышта еңелгән кеше булманы, барыһы ла көс-дәрт алып ҡайтты», - тип хәбәр итте Тәтешле районынан Эльза Вәлиева.

«Саңғысылар юғары физик әҙерлеген күрһәтте, еңеүгә ынтылышы менән һоҡландырҙы. Афарин! Барығыҙҙы ла саңғы миҙгелен лайыҡлы тамамлауыбыҙ менән ҡотлайым! Вәғәҙә итеүемсә, Түбәнге Балтас урта мәктәбенең йәш спортсыларына һигеҙ спорт саңғыһы эпикировкаһы комплекты алдыҡ», - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: