Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март 2022, 21:50

Баймаҡтар үҙҙәренекен ташламай!

"Вайымһыҙ булмаған баймаҡтар Украина территорияһында хәрби бурыстарын үтәүсе Алкино-2 инженер бригадаһы хәрби хеҙмәткәрҙәре өсөн гуманитар ярҙам йыйҙы", - тип хәбәр итте үҙенең соцселтәр сәхифәһендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.

Баймаҡтар үҙҙәренекен ташламай!
Баймаҡтар үҙҙәренекен ташламай!

"Унда яҡташтарыбыҙ ҙа хеҙмәт итә. Ғәскәри часть һалдаттары өсөн ҡалабыҙҙың һәм райондың учреждениелары, предприятиелары һәм ябай граждандары менән оҙайлы һаҡлауға аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена саралары һәм көнкүрештә кәрәкле әйберҙәр йыйылды. Шулай уҡ уҡыусылар ҙа беҙҙең һалдаттарға хаттары яҙып һалған. Унда иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға теләктәре тураһында бәйән иткән ихлас һүҙҙәр бар.

Иртәгә гуманитар ылау урын буйынса юлға сыға, һуңынан колонна менән Украина биләмәһенә юл тотасаҡ.

Хөрмәтле баймаҡтар барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Был беҙҙең ярҙамға мохтаж булған кешеләргә ысын мәғәнәһендә кешелек өлгөһө. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!"

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: