Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март 2022, 14:45

Балаларҙың ялы юлламаһы хаҡының яртыһы ҡайтарыласаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин ил хөкүмәтенә балалар "путевкалары" хаҡының 50 процентын ҡайтарыу (берәүһенә 20 мең һумдан артыҡ түгел) мөмкинлеген булдырырға ҡушты. Бының туралағы бойороҡ Кремль сайтына һалынған.

Балаларҙың ялы юлламаһы хаҡының яртыһы ҡайтарыласаҡ
Балаларҙың ялы юлламаһы хаҡының яртыһы ҡайтарыласаҡ

«Обеспечить возмещение всем гражданам, приобретающим с 1 апреля 2022 года путевки в организации отдыха детей и их оздоровления, 50% стоимости туристского продукта, предоставляемого начиная с 1 мая 2022 года, но не более 20 тысяч рублей за один туристский продукт», - тиелгән документта.

Бойороҡто башҡарыу ваҡыты тип 30 март ҡуйылған.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: