Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март 2022, 19:35

16 тонна шәкәр алам тигәндә...

Был үтә ҡыҙғаныс хәл Воронеж ҡалаһында булған. Бер ҡатын бик ҙур күләмдә зиннәтле ризыҡ - шәкәр һатып алырға теләгән. Тик бер урында осһоҙға алып, икенсе урында ҡиммәткә һатыу схемаһы килеп сыҡмаған да ҡуйған. Тулыраҡ - сайтта

16 тонна шәкәр алам тигәндә...
16 тонна шәкәр алам тигәндә...

Ҡатын бушлай иғландар сайтында һатыусы тапҡан. Улар шәкәрҙе килограмын 42 һумға һөйләшкән. Һатыусы тауарҙы аҡсаны күсергәс кенә ебәрәбеҙ тигәндәр.

Ҡатын 812 мең һум аҡсаны күсергән - тик теге яҡтағылар шымған да ҡуйған. Аҡса ла юҡ, шәкәр ҙә юҡ...

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: