Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2022, 20:40

Ҡыйғылағы Мәсәк ауылы ҡыҙын кейәүгә боронғо башҡорт йолаһы буйынса оҙатҡандар

«Яҙ етеү менән туйҙар осоро башлана. Бына беҙҙең Мәсәк ауылынан да сираттағы кәләш кейәү янына Өфөгә оҙатылды. Ғүмер юлындағы ошондай иҫтәлекле, матур көнөндә йәштәргә изге теләктәрен еткерергә бар ауыл халҡы йыйылды.

Ҡыйғылағы Мәсәк ауылы ҡыҙын кейәүгә боронғо башҡорт йолаһы буйынса оҙатҡандар
Ҡыйғылағы Мәсәк ауылы ҡыҙын кейәүгә боронғо башҡорт йолаһы буйынса оҙатҡандар

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы айҡанлы, Мәсәк ауылы китапханаһы ҡарамағындағы «Төйөнсәк» ижади клубы ағзалары йәштәр өсөн уйындар, ҡотлауҙар, иҫтәлекле бүләк әҙерләне.

Боронғо башҡорт йолаһы буйынса, ауылдың өс яғынан ҡоҙалар килгән юлға кәртә ҡуйылды, балаларға тәмлекәстәр таратылды, уларға еҙнәләре аҡса һипте.

Бәхет, һаулыҡ, тыныслыҡ, уңыштар теләйбеҙ һеҙгә, Шәмғоловтар! Бер-берегеҙҙе аңлап йәшәгеҙ!» - тиелә "Бәйләнештә"ге Ҡыйғы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге төркөмөндәге яҙмала.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: