Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2022, 09:13

Өлкән синыф уҡыусылары өсөн Бөтә Рәсәй аң-белем таратыу уйындары ойошторола!

Уйындар үҙ-үҙеңде күрһәтеү өсөн белем, фән һәм технологиялар, мәҙәниәт һәм сәнғәт, социаль яуаплылыҡ, тарих, спорт темаларынан тора.

Өлкән синыф уҡыусылары өсөн Бөтә Рәсәй аң-белем таратыу уйындары ойошторола!
Өлкән синыф уҡыусылары өсөн Бөтә Рәсәй аң-белем таратыу уйындары ойошторола!

Рәсәй «Белем» йәмғиәте үткәргән уйында ҡатнашыусыларҙы интеллектуаль викториналар, социаль селтәрҙәрҙә мәҡәләләр конкурсы, социаль проекттар конкурсы, киберспорт турнирҙары көтә. Һәр төбәктән алты иң яҡшы ҡатнашыусы йыйылма командаға берләшәсәк һәм финал ярыштарына Мәскәүгә саҡырыласаҡ!

Ҡатнашыу өсөн Рәсәй «Белем» йәмғиәте сайтында Просветительские игры «Новое Знание» (znanierussia.ru) теркәлеү мотлаҡ. Ул бәйге расписаниеһына һәм рейтинг таблицаһына инергә мөмкинлек бирәсәк.

Уйындарҙың төбәк этабы 2 апрелдә башлана, ғаризалар 20 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Бүләктәр араһында Рәсәйҙең иң матур урындары буйлап сәйәхәт итеү генә түгел, «Башҡа эш» бонустары ла бар, уларҙы Рәсәйҙең алдынғы компанияларында стажировкаларға алмаштырырға мөмкин.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: