-5 °С
Болотло
Әлбиттә, ҡыҙ изге эште өлкәндәр ярҙамында эшләгән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Донбассҡа ярҙам әҙерләргә теләүен Дарина үҙе белдергән.
– Донбасстағы хәлдәр бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Был борсолоуҙы балалар ҙа күрә. Ҡыҙым да бер нисә көн уйланып йөрөнө. «Атай, әйҙә, беҙ ҙә ярҙам итәйек», – тине бер көн, – тип һөйләй Дмитрий Школин.
Благовар районында «Ғаилә изгелек бумерангы» акцияһы ойошторолған. Аталы-ҡыҙлы ошо акцияға ҡушылып, бер йәшник гуманитар ярҙам тапшырған. Унда шәхси гигиена саралары, мәктәп кәрәк-яраҡтары, тәмлекәстәр һалынған.
Афарин, бәләкәс!